ҠАДИРОВ Ғабдрахман (Ғаптрахман) Фәйзрахман улы (27.1.1941, Шатура ҡ. — 31.7.1993, Сочи ҡ., Өфөлә ерләнгән), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1991). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1970). Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са шәхси ярыштарҙа донъя (1966, 1968—69, 1971—73), Европа (1964), СССР (1964, 1969—70), РСФСР (1963, 1966) чемп., донъя (1970), Европа (1965), СССР (1963, 1966—67) чемпионаттарының көмөш, донъя чемпионатының бронза (1974) призёры. Спидвей б‑са команда ярыштарында СССР (1967—69) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы (1967) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (1964) һәм бронза (1967) призёры. Спидвей (1962—70) һәм боҙҙағы мотоуҙыштар (1963—74) б‑са СССР йыйылма командалары ағзаһы. 1975—82 йй. спидвей һәм боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР йыйылма командаларының өлкән тренеры. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1969). 1993— 97 йй. Өфөлә спидвей б‑са Ҡ. мемориалы үткәрелә, 2000 й. алып боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са Ҡ. мемориалы уҙғарылып килә. Өфөлә Ҡ. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м‑н Техник спорт төрҙәре үҙәге һәм урам аталған. 

Хеҙм.: Я выбираю лёд. Уфа, 1974; Трудные кольца спидвея. М., 1976.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке