КҮК ТҮБӘ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡтың аҙ. — 5‑се мең йыллыҡтың башына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ибраһим а. икенсе исеме (Күк Түбә) м‑н аталған, хәҙер ул ауыл юҡ. 1996 й. БР Мәҙәниәт министрлығы Ғилми-производство үҙәгенең археологик экспедицияһы тарафынан өйрәнелә. Таш эшкәртеү оҫтаханаһы булған торанан ғибәрәт. Майҙаны яҡынса 6 мең м2. Табылдыҡтар саҡматаш һәм һорғолт йәшел йәшмәнән эшләнгән призма формаһындағы нуклеустарҙан, бысаҡ рәүешендәге пластиналарҙан, ярғыстар, ватҡыстар һәм ҡырғыстарҙан, пластиналарҙан яһалған ҡоралдарҙан һ.б. тора. Ҡомартҡы материалдары Ғилми-производство үҙәге фондында һаҡлана.

А.Ф.Йәминев

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке