ҠАДИР ҒӘЛИ, Ҡадир ‑ Ғәлибәк Жалайырлы (16 б. уртаһы – 17 б. башы), яҙыусы. Жалайыр ҡәбиләһенән. 16 б. 70—80-се йй. Себер ханлығында карачибәк булған. Ермакка ҡаршы һуғышҡан. 1587 й. урыҫтарға әсиргә төшә. 1600—10 йй. Ҡасим ханы Ураҙ-Мөхәммәт хан һарайында бәк була. “Жәмиғәт‑тәуарих” (“Йылъяҙмалар йыйынтығы”; 1602) китабы авторы. Китап төп нөсхәнән һәм тәржемәнән (Рәшитетдиндең ш. уҡ исемле китабының 1‑се өлөшөнөң фарсы теленән төрки теленә ҡыҫҡаса ирекле тәржемәһе) тора. Һуңғы өлөшөнә Иҙеүкәйгә, Сыңғыҙхан нәҫелдәре Ырыҫ, Туҡтамыш, Тимер‑Ҡотло, Хажи‑Гәрәй, Хажи‑Мөхәммәт, Әбелхәйер, Йәдкәр, Ураҙ‑Мөхәммәткә арналған 9 дастан индерелгән; Алтын Урҙаның тарҡалыуы, Ҡазан ханлығының, Нуғай Урҙаһының, Себер ханлығының барлыҡҡа килеүе м‑н бәйле ваҡиғалар һүрәтләнгән. Әҫәрҙең теле образлылығы, шиғрилығы м‑н айырылып тора. Ҡ.Ғ. автографы табылмаған, 17 б. һәм 18 б. м‑н билдәләнгән 2 ҡулъяҙма күсермәһе һаҡланған (ЛДУ‑ның һәм Ҡазан ун‑тының фәнни китапханаларының көнсығыш бүлектәрендә һаҡлана).

Әҙәб.: Усманов М.А. Татарские исторические источники XVII—XVIII вв. Казань, 1972; Борынгы татар әдәбияты. Казан, 1963.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.