КҮК КӨРТМӘЛЕ, күк еләк (Vaccinium uliginosum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. 90 йылдан ашыу йәшәүсе ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы төҙ, ботағы һорғолт‑ҡара төҫтә, бейеклеге 30—120 см. Япрағы бөтөн, кире йомортҡа формаһында, аҫҡа табан бөгөлгән бөтөн ситле, өҫ яҡтан йәшкелт‑ҡара, аҫтан күкһел‑йәшел, тиресәле. Сәскәһе аҡ төҫтә, көршәк формаһында, һалынып үҫкән, яңғыҙар йәки 2—3‑әр. Май—июндә сәскә ата. Емеше — буҙ ҡуныҡлы күк төҫтәге еләк, июль—авг. өлгөрә. Белорет, Дыуан, Салауат, Учалы р‑ндарында һаҙлыҡтарҙа, һаҙлыҡлы урмандарҙа үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы тау бүлкәтенең тау тундраһында һәм һирәк шыршы урмандарында К.к. тәпәш (бейеклеге яҡынса 5—10 см) формаһы осрай. Республикала һирәкләп К.к. баҡса формалары үҫтерелә. Составында углеводтар, органик к‑талар, С, В, РР төркөмдәренә ҡараған витаминдар булған еләктәрен аҙыҡ итеп ҡулланалар; халыҡ медицинаһында файҙаланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке