АЛПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Сармышйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 640 кеше; 1920 — 685; 1939 — 592; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 122; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 16 йортта 97 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 341 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. Д.Б.Гәрәев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018