ҠАҒЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Уралтау һыртының Ҡағыташ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Белорет, Әбйәлил, Бөрйән р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Оло Ял тауынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта төньяҡҡа борола һәм артабан Белорет р‑ны буйлап аға. Ағиҙел й. (тамағынан 1188 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 84 км, басс. майҙаны 590 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,3 м3/с. Басс. рельефы уртаса таулы, йылға үҙәне Уралтау һәм Ҡыраҡа һырттары араһындағы тау упҡынында урынлашҡан. Ландшафтары тау‑урман ҡараһыу һоро тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай‑ҡайын урмандарынан тора, йыуылған ҡара тупраҡта болонло далалар осрай. Басс. 86%‑ын урман, 5%‑ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Белорет р‑ны Ҡағы а. эргәһендә быуа төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Мәйгәште, Оло Мәйгәште, Өстоманды йй. (бөтәһе лә — һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.