КҮК КӨПШӘ Laser), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө билдәле — Европаның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Кесе Азияла таралған өс айырсалы К.к. Күкһел‑йәшел күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, 60—175 см бейеклектә. Япрағы ике, дүрт бүлемле өсәрле, 1‑се тәртип сегменттары оҙон һаптарҙа, йомро тиерлек, оҙонлоғо 5—10 см һәм киңлеге 4—8 см, тәрән өс айырсалы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе аҡ йәки ҡыҙғылт төҫтә, төрлө оҙонлоҡтағы 15—20 нуры булған ҡатмарлы сатырҙарға йыйылған. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — оҙонса эллипс формаһындағы һалынҡы емеш, июль—авг. өлгөрә. Киң япраҡлы һәм киң япраҡлы‑ҡарағай урмандарында, урман ситтәрендә үҫә. Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында осрай. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, эфир майҙары булған емештәре тәмләткес итеп ҡулланыла. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

15814