КҮК ҠАРҒА (Coracias garrulus), күк ҡарға һымаҡтар отрядының күк ҡарғалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Африканың көньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 30—34 см, ауырлығы 100—190 г, ҡанатының ҡоласы 62—73 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, йәшкелт зәңгәр төҫтә, арҡаһы ерәнһыу көрән. Суҡышы тура, ян-яҡтан ҡыҫылған, осо бер аҙ ырғаҡ рәүешле. Ҡанаты киң, осо ҡара төҫтә. Аяғы ҡыҫҡа. Ҡойроғо зәңгәрһыу күк. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Парлап йәки бәләкәй туп булып ағас ҡыуышында, ҡаяла, ҡаралтыларҙа оя ҡора йәки текә яр буйҙарында, йырындарҙа өң ҡаҙа. 3—7, йышыраҡ 5 аҡ йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 18—19 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр, тәлмәрйендәр, кеҫәрткеләр, ҡош балалары, ваҡ кимереүселәр, еләктәр м‑н туҡлана. Һирәк урмандарҙа, далала, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Башҡортостандың Урал алдында (Бишбүләк, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр р‑ндары) һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгәнн.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке