ҠАҒЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Ҡағы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 77 км һәм Белорет т. юл ст. 70 км алыҫлыҡта Ҡағы й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 5190 кеше; 1920 — 4878; 1939 — 2195; 1959 — 1441; 1989 — 1248; 2002 — 1046; 2010 — 787 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү (Никольский сиркәүе, 19 б. аҙ. — 20 б. башына ҡараған архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Ауылға 1769 й. Ҡағы заводы эргәһендәге торама булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. 1224 кеше (Үҙән заводы эргәһендәге торама халҡы м‑н бергә) иҫәпкә алынған. Башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18—19 бб. араһында 137 йортта 664 кеше йәшәгән, 1866 й. 408 йортта — 2843 кеше. Ауылда улус идараһы урынлашҡан, сиркәү булған. 1900 й. ш. уҡ ир һәм ҡыҙ балалар мәктәптәре, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.