КҮК ЕСЕМДӘРЕ ТОТОЛОУ, астрономик күренеш, был ваҡытта Ай, Ҡояш, планета, планетаның юлдашы йәки йондоҙ Ерҙәге күҙәтеүсегә тулыһынса йәки өлөшләтә күренмәй. Ай тотолоу (өлөшләтә һәм тулыһынса) Ай тулған ваҡытта, Ер Ай м‑н Ҡояш араһында торғанда башлана. Ай өлөшләтә тотолғанда Ерҙең күләгәһенә саҡ ҡына эләгә. Тулыһынса тотолғанда Ай түңәрәге, Ер күләгәһенә эләгеп, аҙ ғына күренә һәм Ер атмосфераһында һынған Ҡояш нурҙарының яҡтылығы иҫәбенә ҡыҙғылт төҫ ала. Ай тулыһынса тотолоу 1 сәғ. 45 минутҡа тиклем дауам итергә мөмкин. Ҡояш өлөшләтә, тулыһынса, ҡулсаланып тотола һәм яңы Ай тыуған ваҡытта, Ай Ер м‑н Ҡояш араһында торғанда башлана. Ҡояш ҡулсаланып тотолоу Ай Ерҙән иң алыҫ урында торған саҡта була (Ай түңәрәге Ҡояштыҡының урта өлөшөн ҡаплай, Ҡояш ситен яҡты ҡулса рәүешендә асыҡ ҡалдыра). Ҡояш тулыһынса тотолоу оҙайлығы — 7,5 минуттан, ҡулсаланып тотолоу — 12 минуттан, өлөшләтә тотолоу 2 сәғ. артмай. Ҡояштың тулыһынса тотолоуын күҙәтеү ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныуға эйә. Был Ҡояш атмосфераһын өйрәнеү өсөн иң уңайлы ваҡыт, сөнки Ай Ҡояшты ҡаплай, Ҡояштың яҡын сиктәрен, ш. иҫ. тажын һәм хромосфераһын күҙәтеүгә ҡамасаулаған Ер атмосфераһының бер өлөшөн ышыҡлай. Һәр Ай тулыу һәм тыуыу ваҡытында К.е.т. булмай, сөнки Ай орбитаһының яҫылығы эклиптикаға ауышҡан (ауышлыҡ мөйөшө яҡынса 5°). Ҡояш тотолоу йылына 2—5 тапҡыр күҙәтелә, Ай тотолоу 3‑тән артыҡ булмай. Билдәле бер урында Ҡояш тулыһынса тотолоу һирәк күҙәтелә, уртаса 200—300 йылға 1 тапҡыр (мәҫ., Өфөлә һуңғыһы 1961 й. 15 февр. була, киләһе — 2061 й. 20 апр. көтөлә). Башҡ. фольклорында К.е.т. башланыуы т‑да күҙаллауҙар “Урал батыр” эпосында сағылыш тапҡан.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке