КУЗЕЕВ Искәндәр Рөстәм улы (14.3.1950, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ‑тың (2009), БР‑ҙың (1999) атҡ. фән эшмәкәре. Р.Ғ.Кузеевтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып химик етештереү машиналары һәм аппараттары каф., 2009 й. — технологик машиналар һәм ҡорамалдар каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1987 й. башлап “Технология, ресурс һәм ныҡлыҡ” ғилми‑тикшеренеү комплексының тармаҡ лаб. етәксеһе, 1990 й. — директоры. Фәнни эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү, химик етештереү өсөн ҡорамалдар һәм углеводород сеймалын эшкәртеү технологияларын уйлап табыуға арналған. К. тарафынан нефть ҡалдыҡтарының (мазут, гудрон) термолизы ваҡытында шыйыҡ фазала ҡаты хәлдәге углеродлы продукт барлыҡҡа килеү м‑н баҫҡыслы структураланыу барыуы асыҡлана; эшкәртеү мөхитенән металға углерод диффузияланған ваҡытта нефть эшкәртеү аппараттарының ватылыуы һәм ҡыйралыуының туплана барыу проблемаһы өйрәнелә. Кокс алыу аппараттарҙың яңы конструкциялары эшләнә. Асыштары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть эшкәртеү пр‑тиеларында индерелгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 33 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (2008).

Хеҙм.: Нефтяной кокс. М., 1992 (авторҙ.); Технология и оборудование процессов переработки нефти и газа. СПб., 2006 (авторҙ.); Поверхность и поверхностные явления. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Ю.М.Абыҙгилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке