АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА, һөрөнтө ерҙең бер үк урынында бер төр үҫемлектәрҙе туҡтауһыҙ оҙаҡ үҫтереү. А.к. ваҡытында тупраҡтың структураһы боҙола, серетмә миҡдары кәмей, тупраҡ ашлама элементтарының береһенә ярлылана, специфик ҡоротҡостар, ауырыу тыуҙырыусылар, ҡый үләндәре артыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә а.х. культураларының уңдырышлылығы сәсеүәйләнеше булғандағыға ҡарағанда 1,5—2 тапҡырға кәмей. Ашламалар, ҡый үләндәренә, ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы көрәш саралары ҡулланыу, ерҙе рациональ эшкәртеү А.к. а.х. культураларының уңыш биреүсәнлегенә, тупраҡтың уңдырышлылығына кире тәьҫирен кәметә.

Башҡортостанда картуф, кукуруз, ужым арышының А.к. б‑са тәжрибәләр 1958 й. алып — Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығында (Ә.М.Рәхимов, М.Б.Әмиров) , 1968—71 йй. яҙғы бойҙайҙыҡы Баймаҡ тәжрибә‑етештереү хужалығында (Г.Н.Лысак) үткәрелә. Респ. шарттарында уңыш алыу күләмен күпкә кәметмәйенсә бер үк урында иген культураларын (яҙғы бойҙай, ужым арышы) — 3 йылға тиклем, кукурузды — 10 йыл, картуфты 15 йылға тиклем үҫтерергә мөмкин.

Әҙәб.: Амиров М.Б. Научные основы севооборотов для интенсивного земледелия Башкирии. Ульяновск, 1991.

М.Б.Әмиров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.