КҮЗБӘКОВ Фәнил Тимерйән улы (2.12.1952, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Әбет а.), тарихсы, журналист, шағир. Тарих ф. канд. (1983), филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (2003), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы (1996), Журналистар союзы (2002) ағзаһы. Урал дәүләт ун‑тын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1979). 1983 й. алып БДУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1994—96 йй. БР Президенты Хакимиәтендә эшләй; 2005 й. башлап Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты ректоры, 2009 й. — “Ағиҙел” ж. бүлек мөхәррире, 2013 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтенә, БР‑ҙа башҡ. журналистикаһының, киң мәғлүмәт сараларының формалашыуына һәм үҫешенә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт (ш. иҫ. урта мәктәп уҡытыусылары өсөн дәреслектәр һәм методик әсбаптар); “Алҡынып аға һыуҙар” (1996), “Өмөт шәмдәлдәре” (1997), “Һағыш” (2002) исемле шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис., Ф.Кәрим ис. пр. лауреаты (икеһе лә — 2017).

Хеҙм.: Башкирская журналистика: история и современность. Уфа, 1998; Становление средств массовой информации Башкортостана и развитие этнической культуры башкир. Уфа, 2001; Башкирская журналистика как явление этнической культуры. Уфа, 2006.

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке