КҮҘ ҺӘМ ПЛАСТИК ХИРУРГИЯ ҮҘӘГЕ, туҡыма һәм күҙәнәк регенерацияһы проблемалары б‑са махсуслашҡан ғилми‑етештереү, дауалау-диагностикалау һәм уҡытыу‑методик комплексы. Өфөлә урынлашҡан. Фәнни (электрон һәм лазерлы микроскопия, эксперименталь һәм клиник иммунология лаб. м‑н морфология һәм цитохимия бүлектәре, эксперименталь операциялар залы, Аллоплант туҡымалар банкы һ.б.) һәм клиник (пластика һәм офтальмохирургия бүлексәләре, диагностика һәм реабилитация, күреү етешһеҙлектәрен контакт линзалар м‑н төҙәтеү һәм индивидуаль күҙ протезлау бүлектәре һ.б.) бүлектәрҙән тора. 120 койкаға иҫәпләнгән стационары бар (2011). 96 төр аллоплант биоматериалы сығарыла. Э.Р.Мулдашев етәкс. регенератив технологиялар булдырыла (10 сит ил һәм 83 Рәсәй патенты). 2011 й. 336 кеше эшләй, улар араһында 9 фән д‑ры һәм 31 фән канд.; 11 меңгә яҡын күҙ алмаһына микрохирургик операция һәм күҙ үҫентеләренә пластик операция яһала, 4677 кешегә — стационар, 10636 пациентҡа консультатив‑диагностик ярҙам күрһәтелә. 1983 й. Өфөнөң 10‑сы дауаханаһындағы пластик офтальмохирургия һәм офтальмоонкология бүлектәренең туҡымалар консервацияһы лаб. булараҡ асыла, 1986 й. алып Респ. пластик офтальмохирургия һәм офтальмоонкология үҙәге, 1987 й. — “Күҙ микрохирургияһы” тармаҡ‑ара фәнни‑техник комплексы (Мәскәү) составында Офтальмохирургия өсөн Өфө трансплантаттар лаб., 1988 й. — БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡ‑н респ. пластик хирургия үҙәге, 1990 й. — РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының башлап Бөтә Рәсәй күҙ пластик хирургияһы үҙәге, 1996 й. башлап Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге, 2005 й. — федераль дәүләт учреждениеһы, 2011 й. алып федераль дәүләт бюджет учреждениеһы. Үҙәк м‑н В.Ү.Ғәлимова, Ю.И.Кийко, Г.Ғ.Корнилаева, С.Ә.Мөслимов, Л.Ә.Мусина, Р.Т.Ниғмәтуллин, С.В.Сибиряк, О.Р.Шангина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Э.Р.Мулдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке