КҮГИҘЕЛ, Комсомол, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 75 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 98 км алыҫлыҡта Суҡҡарағас й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 603; 1989 — 459; 2002 — 469; 2010 — 411 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Билал урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб (“Осҡон” халыҡ бейеү ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑ й. башында, Һәүәнәк с‑зы ойошторолғандан һуң, Совхоз фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке