КҮГӘРСЕН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Күгәрсен а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 61 км алыҫлыҡта Күгәрсен й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 848 кеше; 1920 — 1552; 1939 — 1162; 1959 — 1253; 1989 — 893; 2002 — 917; 2010 — 787 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Ырымбур өйәҙе Ҡара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б-са, башҡа мәғлүмәттәргә ярашлы, Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Күгәрсен-Бүләк а. (хәҙ. Шаран р‑ны) башҡорттары, икенсе мәғлүмәт б‑са, Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Сәлих а. (хәҙ. Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.) кешеләре Күгәрсен-Бүләк исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Етебүләк булараҡ теркәлгән. 1866 й. 50 йортта 412 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. (хәҙ. исемендә) 2 мәсет, һыу тирмәне теркәлгән. 1935—63 йй. Күгәрсен р‑нының адм. үҙәге. О.К.Вәлитов, Ф.Ш.Ҡорбанаева, М.М.Рафиҡов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке