КҮГӘРСЕН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Оло Ҡасаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 814 кеше; 1920 — 956; 1939 — 1048; 1959 — 877; 1989 — 308; 2002 — 263; 2010 — 178 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1783 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й.) алып билдәле. 1795 й. 11 йортта 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 432 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 кибет, мөгәзәй теркәлгән; борам эшләгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ балыҡсылыҡ кәсебе булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке