КҮГӘРСЕН УРТА МӘКТӘБЕ, Ейәнсура р‑нында урынлашҡан. 1911 й. мәҙрәсә нигеҙендә 4 йыллыҡ яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта, 1957 й. — урта мәктәп, 2001 й. башлап Нәбиулла Кәримов ис. Күгәрсен урта мәктәбе. Кинйәбулат һәм Малай Муйнаҡ аа. филиалдары эшләй. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, балта һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы, уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н Н.Ғ.Кәримов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Урта мәктәпте 1,4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында К.М.Ғүмәров, Х.С.Ғүмәров, М.Н.Кәримов, К.Ғ.Әбделминев. Мәктәп бинаһына Н.Ғ.Кәримовҡа арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

М.А.Әминева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке