КҮГӘРСЕН ҺЫМАҠТАР (Columbiformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 300 төрө билдәле. БР‑ҙа күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған 6 төрө осрай. Уртаса ҙурлыҡтағы (кәүҙә оҙонлоғо 26—46 см, ауырлығы 100— 600 г) күсәр һәм ултыраҡ ҡоштар. Ҡауырһын ҡапламында һоро, балауыҙ һары, көрәнһыу төҫ күп. Суҡышы бәләкәй, тура, осона табан бер аҙ күпкәк. Суҡыш өҫтөнөң төбө йомшаҡ тиресә м‑н ҡапланған. Муйыны ҡыҫҡа, ҡанаты оҙон, осло. Аяғы ҡыҫҡа, дүрт оҙон бармаҡлы, көслө тырнаҡлы. Енси диморфизм хас: ата ҡош эрерәк, сағыуыраҡ. Моногам. Парлап, туп булып (күк күгәрсен) ағаста, ҡаяла, ҡаралтыла, һирәгерәк ағас ҡыуышында оя ҡора. 2 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 17—19 көн баҫа. Ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәрҙең орлоҡтары һәм емештәре, ваҡ умыртҡаһыҙҙар, аҙыҡ ҡалдыҡтары м‑н туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. К.һ. — спорт һунары объекты; кеше һәм ҡоштарҙың инфекцион ауырыуҙары (орнитоздар) тыуҙырғыстарын таратыусылар.

А.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке