КҮГӘРСЕН МУЗЕЙЫ, Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. урынлашҡан. 1978 й. йәмәғәт башланғысында Күгәрсен тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1991—2006 йй.— Милли музей филиалы. Экспозицияһы 1981 й. асыла. Музей фондында 2000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 19 б. Ҡазанда Кәримовтар типографияһы сығарған Ҡөрьән, б.э.т. 6 б. ҡараған ҡорбан салыу ташы, башҡ. ҡатын‑ҡыҙының традицион биҙәүестәре. 3 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография һәм район тарихы бүлектәренән тора.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Текст на русском языке