“ҠАБЫРСАҠ”, Мәсетле район мәҙәниәт йортоноң фольклор ансамбле. 1988 й. ойошторола. 2000 й. “халыҡ” исемен ала. “Ҡ.” репертуарының нигеҙен урындағы йола фольклоры: “Суҡ өмәһе”, “Туй бүләге”, ш. иҫ. ҡот ҡойоуға арналған йолалар, “Дегәнәк”, “Ҡорама”, “Орсоҡ” йыр-уйындары, “Ҡабырсаҡ”, “Ҡара тауыҡ”, “Ҡулъяулыҡ” бейеүҙәре, ш. уҡ бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, таҡмаҡтар һ.б. тәшкил итә. “Берҙәмлек” (“Содружество”) Халыҡ- ара фольклор фестивале (Нефтекама ҡ., 1991), Халыҡ‑ара ҡәрҙәш халыҡтар фестивале (Сегед ҡ., Венгрия, 1996), респ. “Һаумы, XXI быуат!” (“Здравствуй, XXI век!”) халыҡ ижады фестиваль‑эстафетаһы (2001), “Дуҫлыҡ сәскәлеге” (“Соцветие дружбы”) үҙешмәкәр художестволы ижад халыҡ коллективтары фестивале (2003), “Быуаттар артылышында” халыҡ ижады телефестивале (2000; бөтәһе лә — Өфө), “Салауат йыйыны” фольклор байрамы (Салауат р‑ны Малаяҙ а., 2004, 2005; Балтас р‑ны Иҫке Балтас а., 2006; Салауат ҡ., 2008), “Ашҡаҙар таңдары” башҡ. фольклоры байрамы (Стәрлетамаҡ ҡ., 2007), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) үҙешмәкәр художестволы ижад конкурсы (Өфө, 2010), “Байыҡ” балалар башҡ. бейеүе конкурсы (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны, 2010; 2011) һ.б. лауреаты; “Волга буйы шишмәләре” (“Родники Поволжья”) Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале (Чебоксар ҡ., 2001) дипломанты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе – БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Р.Й.Әхмәтйәнова.

Г.Ю.Солтанбаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов