КҮГӘРСЕН КҮҘЕ (Myosotis), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә, тропик Африка тауҙарында, Көньяҡ Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 8 төрө үҫә. Бер, ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 8—50 см бейеклектә, тармаҡлы йәки ябай, төҙ, көслө йәки сибек. Япраҡтары бөтөн, оҙонса йәки ланцет формаһында, йыш ҡына һабаҡтары кеүек үк төктәр м‑н ҡапланған, тамыр яны япрағы һаплы, суҡлы, һабаҡ япрағы сиратлы, үренденең осонда ултырма. Касаһы ҡыңғырау формаһында, биш тәрән бүлемле йәки 5 киртләсле, тажы ҡайтармалы 5 айырсалы, зәңгәр, һирәкләп аҡ йәки тоноҡ ал төҫтә. Сәскәләре төргәктәрҙә урынлашҡан. Апр.—авг. сәскә ата. Емеше 4 өлөшкә бүленгән сәтләүек формаһында, июнь—сент. өлгөрә. Болондарҙа, урман аҡландарында, баҫыуҙарҙа, сыйырсыҡ күҙе һәм кәҫле К.к. — дымлы болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа һәм һыу ятҡылыҡтарының ярҙарында, Попов К.к. болондарҙа, далала үҫә. Күпселек К.к. — респ. бөтә терр‑яһында, тармаҡлы К.к., сәпсек күҙе Башҡортостандың Урал алдында таралған. Ташлы тундрала үҫеүсе азия К.к. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ҡалҡыу өлөшөндә осрай. Декоратив, баллы үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған сыйырсыҡ күҙе, сәпсек күҙе халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ваҡ сәскәле К.к., сәпсек күҙе, һирәк сәскәле К.к. — ҡый үләндәре.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке