КҮГӘРСЕН КҮҘЕ ҺЫМАҠТАР (Boraginaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 100 заты, 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, лианалар һәм ағастар. Башҡортостанда 18 заттың (буглосоидес, гакелия, бүресәскә, күгәрсен күҙе һ.б.) яҡынса 30 төрө үҫә. Ҡаты төклө күп, бер, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары ҡырлы йәки йомро, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән, тармаҡлы. Япраҡтары ябай, оҙонса, эллипс йәки таҫма формаһында, сиратлы, аҫҡылары һаплы, өҫкөләре ултырма йәки һабаҡты яртылаш уратҡан. Сәскәләре ваҡ; аҡ, һары, күк, ал һ.б. төҫтәрҙә; ҡайһы бер төрҙәрҙең сәскә атыу барышында төҫө үҙгәрә (мәҫ., кәкүкбаш төрҙәрендә ал төҫтәге сәскәләр күккә әйләнә). Сәскәләре күп осраҡта дөрөҫ, һирәгерәк ялған төҙөлөшлө (йылан көпшәһе), ике енесле, ике ҡатлы сәскә эргәлеге м‑н, 5 өлөшлө. Каса япрағы тоташып үҫкән, айырсалы йәки тешле, емеш м‑н бергә ҡала. Таж япрағы тоташып үҫкән, айырсалы йәки тешле. Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлеге — сәскә атҡанға тиклем ҡусҡар һымаҡ төрөлгән бер яҡлы бөтөркә, емеш биргәндә турая һәм оҙоная. Бөтөркәләре һепертке, ҡалҡансыҡ, тәлгәш, баш һымаҡ ҡатмарлы сәскәлектәргә йыйылған. Ҡайһы берҙә яңғыҙар сәскәләре өҫкө япраҡтар ҡуйынында урынлашҡан. Күбәләктәр, бал ҡорттары һ.б. бөжәктәр һеркәләндерә. Күпселек К.к.һ. емеше ҡоро, асылмай торған 4 өлөшкә бүленгән сәтләүек формаһында, ҡайһы берҙәрендә — төшлө емеш, һирәгерәк ҡумта. Орлоғо хайуандар, һирәгерәк ел һәм һыу ярҙамында тарала. Болондарҙа, ташлы битләүҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, далаларҙа, урмандарҙа һәм ташландыҡ ерҙәрҙә үҫәләр. К.к.һ. араһында ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ҡыяр үлән, биҫтау үләне һ.б.), баллы үҫемлектәр (йылан көпшәһе), декоратив үҫемлектәр (сәпсек күҙе, урал аръяғы оносмаһы, йылан көпшәһе һ.б.), буяу үҫемлектәре (дарыулы үгеҙтел, үтә ябай оносма һ.б.), ҡый үләндәре (йәйпек ҡырлан, ябай һырлан, урыҫ нонеяһы) бар. К.к.һ. ер өҫтөндәге өлөштәрендә алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, флавоноидтар, һирәгерәк сапониндар (йәйпек ҡырлан) һәм эфир майҙары (cебер аргузияһы) туплана. Медицинала ҡыяр үләне, этҡолаҡ, халыҡ медицинаһында шифалы турғай еме, ҡаратамыр һ.б. ҡулланыла. Буяусы оносма, эндемик гөбөрлә оносмаһы — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, эндемик урал нескәгөлө ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке