ҠАБЫҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, сколитидтар (Scolytidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 6000 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 20‑гә яҡын төрө бар: ос ҡабығы ҡорто, парһыҙ Ҡ.ҡ., типограф һ.б. Кәүҙәһе цилиндр формаһында, оҙонлоғо 0,9—9 мм, ҡара, ҡыҙғылт ҡуңыр йәки көрән төҫтә. Өҫкө ҡанат остарында инә ҡорт юлдарынан быраулау онон сығарып ташлау өсөн хеҙмәт иткән тештәр м‑н ҡаймаланған батынҡылыҡтар бар. Башы ҙур, маңлайы ҡабарынҡы, яҫы йәки батынҡы. Арҡаһының алғы өлөшө төрткөлө һәм түмһәләкле, төк м‑н ҡапланған, ян-яғы йомро. Мыйығы 4 быуынтыҡлы, ҡыҫҡа, бөгөмлө, суҡмар формаһында. Аяғы бәләкәй, нескә, киртләсле. Йомортҡаларын өйкөмләп ағас ҡабығына һала. Балағорттары аҡ төҫтә, һирәк төк м‑н ҡапланған, аяҡһыҙ, асыҡ көрән төҫтәге ҡаты башлы һәм көслө яңаҡ һөйәкле. Ағас ҡабығы аҫтында, һирәгерәк үҙағаста үҫешәләр. Ҡурсаҡтары аҡ төҫтә. Миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Оло бөжәк һәм ҡарышлауығы ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре эңерҙә әүҙем. Үҫемлек туҡымалары м‑н туҡлана. Урманда ағас ҡабығы аҫтында һәм үҙағаста (юлдар һала), ҡайһы берҙәре үлән һабағында йәшәй. Урман, ҡайһы бер мал аҙығы үҫемлектәре (клевер) ҡоротҡосо, ағастарҙың бәшмәк ауырыуҙарын тарата.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке