КҮГЕЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 124 кеше; 1920 — 208; 1939 — 260; 1959 — 211; 1989 — 127; 2002 — 97; 2010 — 71 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙендә алпауыт Черкасскийҙар крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалына. 1865 й. 21 йортта 86 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Мария Черкасская (иренең фамилияһы б‑са — Дәүләткилдеева) исеменән Марьино булараҡ теркәлгән. 1896 й. ауыл эргәһендә Дәүләткилдеевтарҙың 2 утары булған. Ҡ.С.Дәүләткилдеев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке