АЛМАС, минерал, углеродтың куб формаһындағы кристаллы модификацияһы, C. Кристалдары октаэдр, тетраэдр, куб формаһында. Төҫһөҙ йәки төрлө кимәлдә һары, алһыу, йәшел, зәңгәр, күк, аҡ һәм һоро (ҡараға тиклем) төҫтәргә буялған. Үтә күренеүсән, ярым үтә күренеүсәнлеге йәки үтә күренмәүсән булыуы графит һәм башҡа минералдарҙың сит өлөшсәләре м‑н бәйле. Ялтырауығы алмас; ҡатылығы — 10 (иң юғары); тығыҙлығы 3470—3560 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Тәбиғи А. ҙурлығы микроскопик бөртөктәрҙән алып массалары йөҙ, һирәк осраҡта мең каратҡа еткән эре кристалдарға тиклем тирбәлә. Зәргәрлек эшендә (яһалма рәүештә ҡырланған саф А. бриллиант тип атала) һәм техникала ҡулланыла. Сәнәғәт юлы м‑н синтетик А. алалар.

Башҡортостанда Ағиҙел й. басс. (Йүрүҙән, Нөгөш, Үрек, Эҫем, Әй йй.) ҡом-ҡырсынташ ултырмаларында 2—2,5 мм вағыраҡ 200‑ҙән ашыу А. кристалы табылған. 1995 й. алып А. төп сығанаҡтарын асыу б‑са тикшеренеүҙәрҙе “Башкиргеология” ААЙ һ.б. алып бара.

Әҙәб.: Шафрановский И.И. Алмазы. М.; Л., 1958; Трофимов В.С. Геология месторождений природных алмазов. М., 1980; Алексеев А.А., Алексеева Г.В. Алмазоносность Республики Башкортостан: предпосылки, перспективы и задачи изучения //Проблемы региональной геологии, нефтеносности, металлогении и гидрогеологии Республики Башкортостан. Уфа, 1997.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке