КҮБӘЛӘКТӘР, (Lepidoptera), бөжәктәр отряды. Яҡынса 200 ғаиләһе, 150 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,5 меңдән ашыу төрө бар. Ҡанаттарының төҙөлөшө һәм уларҙың парҙарының беркетелеү юлы б‑са К. 3 ярым отрядҡа бүленә: ҡатмарлы төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар (нескә еплеләр ғаиләһе), ябай төҙөлөшлө тигеҙ ҡанатлылар (тешле беренсел һәм тешһеҙ беренсел көйәләр ғаиләләре), тигеҙ булмаған ҡанатлылар (ебәк күбәләк, сыбар күбәләк, тоҡ яһаусы, шайтан күбәләге, япраҡ төргөстәр һ.б. ғаиләләр). Ҡанатының (ике пар) ҡоласы 0,3—30 см, төрлө төҫтәге тәңкәләр м‑н ҡапланған. Башы йомро, ирен һәрмәгестәре һәм мыйыҡтары (антенналары) бар. Күҙе ҡатмарлы, ҡайһы бер төрҙәрҙә уларҙың өҫтөндә ике ябай бәләкәй күҙ урынлашҡан. Ауыҙ аппараты һурыусы, томшоҡ рәүешендә; тешле беренсел көйәләр ғаиләһенә ҡараған ҡайһы бер төрҙәрҙеке — кимереүсе. Үҫеше тулы әүерелешле. Башлыса енси юл м‑н үрсей, ҡарышлауыҡтың аталанмаған йомортҡанан үҫешкән осраҡтары ла билдәле. Балағорттары (ҡарышлауыҡтары) селәүсен һымаҡ; кәүҙәһе кимереүсе ауыҙ аппараты булған баштан, 3 күкрәк һәм 10 ҡорһаҡ сегментынан тора; 5—6 тапҡыр ҡау һала. Ҡурсаҡтары ҡапланған (ғәҙәттә, ҡурсаҡ көбөндә), һирәк осраҡта ирекле (асыҡ) була, төрлө төҫтә, 1—2 аҙнанан алып 8 айға тиклем һәм унан да оҙағыраҡ үҫешә. Өлкән заттар (имаго) бер нисә көндән алып бер нисә айға тиклем йәшәй. Ғәҙәттә, К. йылына 1 быуын бирә, ҡайһы бер төрҙәрҙең (һаҫыҡ ағас йырғыс) үҫеше 2—4 йыл дауам итә. Ғәҙәттә, ҡарышлауыҡ һәм ҡурсаҡ, һирәгерәк йомортҡа йәки имаго ҡышлай. Күпселек К. (айыу-күбәләк, ваҡ тауискүҙ һ.б.) — эңерҙә йәки төндә, ҡайһы берҙәре (аполлон, махаон, подалирий һ.б.) көндөҙ әүҙем. Күпселек К. өлкән заттары — сәскә нектары (ағас йырғыс, ысын көйә, нескә епле һ.б. балағорт осоронда тупланған туҡлыҡлы матдәләр һаҡламын ҡуллана), балағорттары үҫемлектәр, балауыҙ (бал ҡорто ҡоба күбәләге), йөн һәм тире (күлдәк һәм тун көйәләре) м‑н туҡлана. К. сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндерә; имән һәм тут ебәк күбәләктәре ебәкселектә ҡулланыла; күп төрҙәре (алмағас күбәләге, болон күбәләге, ужым күбәләге һ.б.) — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары. К. 10 төрө (адмирал, антей, аполлон, ваҡ тауискүҙ, махаон, мнемозина, подалирий, фрина, һуҡыр күбәләк, шайтан күбәләге) — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, шуларҙың 2‑һе (аполлон, мнемозина) РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке