“ҠАБАРТМА”, компаниялар төркөмө. Аҙыҡ‑түлек һәм ярым фабрикаттар етештереү, ш. уҡ сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы пр‑тиелары селтәре. 2000 й. Өфөлә нигеҙ һалына. 2005 й. алып франчайзинг схемаһы б‑са үҫешә. Составына ашханалар (эшселәр, студенттар, мәктәп ашханалары), кафелар, кафе‑кулинариялар, буфеттар, кулинармаркеттар, фирма магазиндары, уҡыу‑производство комб‑ты һ.б. инә; Нефтекама, Өфө, Салауат, ш. уҡ Мәскәү, Төмән, Түб. Новгород ҡҡ. урынлашҡандар.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке