КҮБӘЛӘК СӘСКӘҺЕирис (Iris), күбәләк сәскәһе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Тармаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 8—150 см. Һабаҡтары ябай, цилиндр формаһында, төҙ; тәпәш К.с. һәм кәрлә К.с. — ҡыҫҡа. Япраҡтары ҡыяҡ йәки киң ҡыяҡ. Сәскәләре яңғыҙ йәки 3—8‑әрләп шәлкемдәрҙә урынлашҡан, эре, һары, күк, миләүшә төҫлө, сәскә эргәлегенең 3 тышҡы япраҡсаһы ғәҙәттә аҫҡа табан бөгөлгән, 3 эскеһе төҙ. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Башлыса Башҡортостандың Урал алдында таралған һары К.с. — һыубаҫар йылға туғайҙарында, кәрлә К.с. — ҡалҡыулыҡтарҙың ташлы битләүҙәрендә, ҡомташтарҙа, себер К.с. һыубаҫар дымлы болондарҙа, таллыҡтарҙа, урман ситтәрендә үҫә. Ҡалын тиресәле К.с. — Хәйбулла р‑нының, тәпәш К.с. Учалы р‑нының (Ирәндек һырты) ташлы далаһында осрай. Һары К.с., кәрлә К.с., ҡалын тиресәле К.с. һәм тәпәш К.с. — БР‑ҙың, кәрлә К.с., ҡалын тиресәле К.с. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Декоратив үҫемлектәр. Һары К.с. — дарыу үҫемлеге.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке