ҠАБАН, ҡырсусҡаһы, ҡырағай сусҡа (Sus scrofa), ҡуш тояҡлылар отрядының сусҡалар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла, Төньяҡ Африкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 190 см тиклем, ауырлығы 120—160 кг. Мороно оҙонса конус формаһында, осо түңәрәк. Кәүҙәһе шырт (арҡаһында ҡалҡым барлыҡҡа килтерә) м‑н ҡапланған. Төҫө асыҡ һоронан алып ҡараға тиклем; балалары һары буй һыҙатлы көрәнһыу; ҡышҡы осорҙа йөнө оҙон, ҡуйы, мамығы йомшаҡ, ерәнһыу көрән. Башы ҙур, шына рәүешендә, оҙон киң ҡолаҡлы. Күҙе бәләкәй, күреү һәләте насар. Муйыны йыуан, ҡыҫҡа; өҫкө һәм аҫҡы ҡаҙыҡ тештәре эре (бигерәк тә ата Ҡ.). Аяғы ҡыҫҡа. Ҡойроғо ҡыҫҡа, нәҙек. Полигам. Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. 4—6 (15 тиклем) бала тыуҙыра. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Бөтә нәмәне лә ашай; үлән, тамырһабаҡтар, бүлбеләр, бөжәктәр, селәүсендәр, ҡусҡарҙар, ваҡ кимереүселәр м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм япраҡлы урманда, йылға һәм күл буйында йәшәй. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында ла таралған. Һунарсылыҡ объекты. 

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранов

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.