КҮБЕКЛЕ-АҠМАЛЫ АППАРАТТАР, газдарҙы ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн ҡоролмалар, масса алмаштырыу аппараттары төрө. Файҙаланыу шарттарына ярашлы күбек һәм аҡмалы-тамсылы режимда эшләй алалар. Ике ағымдың (шыйыҡ һәм газ хәлендәге матдәләрҙең) ҡушылыуы процесында К.‑а.а. газдарҙан “кәрәкмәгән” компоненттар йотола. Сәнәғәттең химия, нефтехимия һ.б. тармаҡтарында ҡулланылалар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. башында Нефть техник университетында Р.Х.Мөхөтдинов етәкс. инжекцион абсорбер уйлап табыла, ул Салауат машиналар эшләү з‑дында (ҡара: “Салаватнефтемаш”) яһала, фенол һәм ацетондан сығыусы газдарҙы таҙартыу өсөн Омск синтетик каучук з‑дында индерелә. Шулай уҡ ҡара: Газ таҙартыу.

Р.Х.Мөхөтдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке