КҮПЕРЛЕ КАРСТ КҮПЕРЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Мәләүез р‑нындағы Күперле й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) тар тәрән үҙәнлегендә, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күпер 2 тороҡло (оҙонлоғо 35 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 20 м). Карслы мәмерйәнең түбәһе ишелеп төшөүҙән килеп сыға, карбон эзбизташтарынан тора. Йылға бейеклеге 3, 8, 12 м булған 3 шарлауыҡлы каскад барлыҡҡа килтерә. Тирә‑яҡтағы ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы киң япраҡлы урмандан ғибәрәт. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре — бейек турҡа сәскә, себер зигаденусы үҫә.

Ә.А.Мулдашев, Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке