ҠАБАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ ЗАВОДЫ,Кабаковостром”. 1974 й. нигеҙ һалына, 1978 й. Ҡабаҡ силикат стена материалдары з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1990 й. алып ҠП, 1994 й. — “Ҡырмыҫҡалы-төҙөлөш материалдары” ААЙ, 1995 й. — Ҡ.т.м.з., 1978—93 йй. һәм 1996 й. башлап “Башстром” акционерҙар компанияһы составында, 2008 й. ябыла. Силикат кирбес етештергән, ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы сығарған. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Т.К.Герасимова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке