АЛМАЛЫҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 58 кеше; 1959 — 145; 1989 — 198; 2002 — 250; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Боҙаяҙ районында Дәүләт питомнигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1993 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Текст на русском языке