ҠАБАҠ СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡабаҡ а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Куйбышев т. юлында (Дим—Төйлөгән участкаһы) урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 72 кеше; 1959 – 246; 1989 – 148; 2002 – 193; 2010 – 105 кеше. Сыуаштар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Һамар–Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлының Ҡабаҡ Разъезы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке