КҮМЕРТАУ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән К. табан 237 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал алды көньяғында урынлашҡан. Майҙаны 170 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 30,8; 1989 — 63,7; 2002 — 66,3; 2010 — 62,8. Милли составы: урыҫтар — 61,6%, башҡорттар — 16,4%, татарҙар — 12,9%. Ҡала составына Маячный (3,1 мең кеше), Ира (0,5 мең), Алексеевка (0,5 мең), Иҫке Урал (0,2 мең) ауылдары инә. Ҡаланың иҡт. нигеҙен машиналар эшләү тәшкил итә. К. “Нефтехиммаш” ААЙ, Күмертау электр бүлеү селтәрҙәре, Күмертау ТЭЦ‑ы, “Газ-сервис” ААЙ‑ның “Кумертаугаз” филиалы, Күмертау авиация производство предприятиеһы, “Искра”, “Башҡортостан арматура заводы”, “Санйын гипс эшкәртеү комбинаты” ЯСЙ, “Башҡорт ҡойоу компанияһы” ЯСЙ, “Акрополь” ЯСЙ, “Стройиндустрия” МУП, Күмертау мебель фабрикаһы, “Евромебель” ЯСЙ, “Башҡортостан аҙыҡтүлек комбинаты”, Күмертау икмәк комбинаты һ.б. эшләй. К. аша Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур автомобиль юлы үтә. “Күмертау авиация производство предприятиеһы”ААЙ структураһында Воротыновка аэродромы эшләй. Күмертау—Мәләүез сәнәғәт узелына инә.

Ҡалала Күмертау иҡт. һәм хоҡуҡ ин‑ты, Авиация техник университетының, Ырымбур дәүләт университетының филиалдары, Педагогия университетының, Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының, Коммерция һәм хоҡуҡ институтының вәкиллектәре, Күмертау тау колледжы, Күмертау педагогия колледжы, Күмертау авиация техникумы, Башҡ. иҡт.- юридик техникумының, Стәрлетамаҡ медицина колледжының филиалдары, 2 һөнәрселек лицейы, ПУ, 14 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 11‑е — урта мәктәп, 3‑сө Башҡ. респ. гимназия‑интернаты, Күмертау политехник лицейинтернаты, 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 балалар йорто, 2 балалар муз., хореография, сәнғәт мәктәптәре, ДЮСШ, Балалар ижады үҙәге, йәш натуралистар һәм йәш туристар станциялары; киң профилле респ. дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер, СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар м‑н көрәшеү үҙәге филиалдары, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн респ. реабилитация үҙәге (ҡара: Медицина үҙәктәре); Халыҡ ижады үҙәге филиалы, 2 клуб учреждениеһы, 9 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Прометей” спорт- һауыҡтырыу комплексы, “Шахтёр” спорт комплексы, сиркәү, 2 мәсет, Марфо-Мариин ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры (Ира а.), Иоанн‑Предтеча соборы бар. Ҡалала 15 халыҡ һәм 7 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Кумертауское время”, “Юшатыр” гәз. сыға.

1947 й. Бабай һоро күмер ятҡылыҡтарын үҙләштереү башланғандан һуң, Бабай ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1949 й. алып К. эшселәр ҡасабаһы, 1953 й. хәҙ. статусын ала, 1965— 90 йй. — Күмертау районы үҙәге. К. эсенә Заря, Пятки ҡасабалары, Воротыновка, Земледелец аа., Пахомовка утары инә. 1996—2003 йй. ирекле иҡтисади зона статусына эйә була. К. мәҙәни мираҫ объекты — “Башкируголь” идаралығының элекке бинаһы (1961) урынлашҡан.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Илл.: Күмертау ҡалаһы

Карта:Күмертау

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.