ҠОЛАҠЛЫ ТЕРПЕ (Hemiechinus auritus), бөжәк ашаусылар отрядының терпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡа‑ раған имеҙеүсе. Европаның көньяҡ‑ көнсығыш өлөшөндә, Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себерҙә, Үҙәк Ҡаҙағстанда, Урта һәм Үҙәк Азияла таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 14—23 см, ауырлығы 200—500 г. Башы шына рәүешле осло, оҙон танаулы. Ҡолаҡтары оҙон (5 см тиклем). Арҡаһы — нәҙек энә, ҡорһағы йомшаҡ йөн м‑н ҡапланған. Көрәнһыу һоро, ҡайһы ваҡыт һорғолт йәки һарғылт аҡ төҫмөрлө, асыҡ һары төҫтәге төрҙәре лә осрай. Хәүеф тыуғанда ҡасып ҡотола, йомғаҡҡа бик уралып бармай. Полигам. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә, йылына 1 тапҡыр 2‑нән алып 8‑гә тиклем яланғас һуҡыр бала тыуҙыра. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала. Ҡаты ҡанатлылар, ҡырмыҫҡалар һ.б. бөжәктәр, уларҙың балағорттары, һирәгерәк әрмәнделәр, кеҫәрткеләр, ерҙә оя ҡорған ҡоштарҙың йомортҡалары һәм балалары м‑н туҡлана. Йылғаларҙың ҡоро үҙәнендә, убалы далала, башлыса ҡыуаҡлыҡта һәм баҫыу һаҡлағыс һыҙатта тереклек итә. Өңдәрҙә йәшәй; үҙе ҡаҙа йәки төлкөнөң, ҡом сысҡанының һ.б. хайуандарҙың ташландыҡ өңдәренә оялай. БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә таралған. Ауыл хужалығына зыян килтереүсе умыртҡаһыҙҙарҙы юҡ итә, кешенең ҡайһы бер ауырыуҙарын, ш. иҫ. талпан энцефалитын тарата. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.