ҠАЛА, халҡы а.х. м‑н шөғөлләнмәгән торама пункт. Торама пунктты ҡалаға әйләндереү ҡануниәт тарафынан башҡарыла, төп критерий булып халыҡ һаны һәм ул үтәгән сәнәғәт, мәҙәни, сәйәси, административ һ.б. функциялар иҫәпләнә. РФ өсөн Ҡ. — халыҡ һаны 12 меңдән ашыу торама пункт, шуларҙың 85%‑ты а.х. м‑н шөғөлләнмәй. Ҡ. барлыҡҡа килеү ваҡыты һәм сәбәптәре, үтәгән функциялары, ҙурлығы (халыҡ һаны) һ.б. б‑са классификациялана. РФ‑та Ҡ. биләмәләренә ш. уҡ ҡала тибындағы ҡасабалар ҡарай.

Башҡортостандың боронғо Ҡ. т‑да мәғлүмәттәр урта быуаттарҙағы көнсығыш авторҙары хеҙмәттәрендә, географик карталарҙа бар. Иҙриси (12 б.) мәғлүмәттәре б‑са, Каспий диңгеҙенән төньяҡҡа табан Ҡараҡыя (Ҡаруҡыя) һәм Минжан (Немжан), Кама й. урта ағымы буйында — Ҡазира (Ҡасра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр), Яҡут хәбәр итеүенсә (13 б.), Түб. Волга буйында Бурджан исемле башҡ. Ҡ. булған; бер туған Д. һәм Ф. Пициганолар (14 б.) картаһында Паскерти ҡ. (Башҡорд; ҡайһы бер тикшеренеүселәр ул Кама й. буйында, икенселәре — Ағиҙел й. буйында, сама м‑н Өфө ҡ. урынында урынлашҡан булған тип раҫлай) төшөрөлгән. Урта быуатта күпселек Ҡ. юл сатында, каруан сауҙа юлдарында, йылға буйында төҙөлгән. Башҡортостандың Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа һ.б. составына ингән осоронда уның биләмәләрендә бер төркөм Ҡ. һалынған, араларында иң эреләре — Биләр, Йүкәтау. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Ҡ. иҫәбенә Нуғай Урҙаһы, Алтын Урҙа хандары ставкаларын индерә: Үҙән й. буйында (Өршәк й. ҡушылдығы) Туҡтамыш хандыҡы, Эмба һәм Яйыҡ й. араһында — Йәнебәктеке, Ағиҙел й. тамағында — Ҡара хандыҡы, Һаҡмар й. тамағында – Баҫмандыҡы, Өфө й. тамағында — Саралчик‑Чалсандыҡы һ.б.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң урыҫ ҡәлғә‑Ҡ. һалынған, улар сик буйҙарын һаҡлау, идара итеүҙән тыш яңы терр‑яларҙы колониялаштырыу өсөн плацдарм булған. Ағиҙел м‑н Ҡариҙел йй. ҡушылған ерҙә 1586 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1574) Өфөгә нигеҙ һалынған, унда воевода йәшәгән. 16 б. аҙ. алып Өфө Рәсәйҙең яңы адм.‑терр. берәмеге — Өфө өйәҙе үҙәгенә (ҡара: Административтерриториаль ҡоролош) һәм Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан Себергә барған юл өҫтөндәге сауҙа үҙәгенә әйләнә. 16—17 бб. аҙ. Новоникольск биҫтәһе (ҡара: Уҫы), Көңгөр ҡәлғәһе (1648 й.; 1781 й. алып Ҡ.), Вознесенск (1596 й.; һуңыраҡ Сарапул; 1780 й. — Ҡ.), Саллы (1626 й.; 1650 й. алып Саллы ҡаласығы, хәҙ. Яр Саллы ҡ.) һәм Архангельск (ҡара: Бөрө) аа. барлыҡҡа килә. 1652—55 йй., Кама аръяғы һыҙаты төҙөлгәс, Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында бер нисә ҡәлғә һалына (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы). 1684 й. Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығына, 18 б. башында Алексеевск һәм Сергиевск ҡҡ. нигеҙ һалынған. Ырымбур экспедицияһы (1734—44) эшләй башлау м‑н, күпләп ҡәлғә‑Ҡ. төҙөлә башлай: Быҙаулыҡ ҡәлғәһе, Үрге Яйыҡ (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе), Красноуфимск ҡәлғәһе, Ырымбур, Орск ҡәлғәһе, Сорочинск ҡәлғәһе (хәҙ. Сорочинск ҡ.), һуңыраҡ Ҡ. статусы алған Табын ҡәлғәһе һәм Троицк ҡәлғәһе һалына. 1730—50 йй. 114 ҡәлғә, баструк һәм форпост төҙөлә, күпселеге төбәктең көньяҡ һәм көнсығыш сиктәрендә (Урал, Уй һәм Тубыл йй. буйҙарында) урынлаштырыла, Ҡ.‑ҡәлғәләр төҙөү өсөн башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу төп халыҡта ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) сәбәптәренең береһе була. 18 б. аҙ. Көңгөр, Соликамск, Өфө эре Ҡ. әйләнә. 18 б. 2‑се ярт. башлап Ҡ.‑ҡәлғәләр сауҙа‑кәсеп урынына әүерелә, улар тирәһендә биҫтәләр һәм посадтар барлыҡҡа килә. Ырымбур, Троицк, Орск эске һәм тышҡы сауҙа үҙәктәренә әйләнә. 1766 й. Ашҡаҙар тоҙ пристане урынында Стәрлетамаҡ ҡ. төҙөлә, 1787 й. казак нығытмаһы нигеҙендә Силәбе ҡ. ҡалҡып сыға. Төбәктә адм.‑терр. ҡоролош үҫешә барған һайын Ҡ. һәм ҡәлғә‑Ҡ. статусы ла үҙгәреп тора. Бәләбәй, Бөрө, Бөгөлмә, Боғорослан, Быҙаулыҡ, Верхнеурал, Минзәлә, Ырымбур, Сергиевск, Стәрлетамаҡ, Троицк, Силәбе, Өфө ҡҡ. Өфө наместниклығының өйәҙ үҙәктәре булып китә. 1796 й. Өфө губерна ҡалаһы статусын ала, Бәләбәй, Боғорослан һәм Сергиевск өйәҙ үҙәге булмаған Ҡ. рәтенә күсерелә. 1797 й. губерна үҙәге Өфөнән Ырымбурға, 1802 й. йәнә Өфөгә күсә (Өфө — граждандар, Ырымбур — хәрби губ‑р резиденцияһы булып ҡала). 1785 й. Ҡ. үҫеше “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡ һәм файҙа грамотаһы”нан сығып билдәләнә, ул ҡала үҙидаралығын Ҡала реформаһы (1870) индерелгәнгә тиклем көйләй. 18 б. аҙ. — 19 б. 1‑се ярт. төбәктәге Ҡ. күбеһе хәрби‑адм. функция үтәй. Сауҙа юлындағы Ҡ. (Бәләбәй, Верхнеурал, Минзәлә, Өфө) үҫеш ала. 18 б. аҙ. Ырымбур губ. Верхнеурал, Минзәлә, Ырымбур, Троицк, Силәбе, Өфө иң ҙур Ҡ. була. 1840 й. Ырымбур губ. 16 Ҡ. иҫәпләнә: 2 губерна (Өфө һәм Ырымбур), 10 өйәҙ, 4 өйәҙ үҙәге булмаған (Златоуст, Илецк, Орск, Сергиевск) ҡала. Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.) һәм капитализмдың үҫеше Ҡ. үҫеүенә, яңыларының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ырымбур сик һыҙығы бөтөрөлгәс, Ырымбур, Орск, Илек Һағы (хәҙ. Соль‑Илецк ҡ.) һәм Екатеринбург хәрби ведомствонан граждандар ведомствоһына күсә; Златоуст завод биләмәһе, Орск һәм Илек Һағы ҡәлғәләре Ҡ. статусын ала. Тимер юл төҙөлөү м‑н Ырымбур, Өфө, Троицк, Силәбе, Златоуст йылдам үҫә. 20 б. башында Өфө губ. – 6, Ырымбур губ. 7 Ҡ. була. Революциянан (1917) һуң БАССР сиген билдәләгәндә, Ҡ. һәм сәнәғәт үҙәктәренең барыһы ла тиерлек унан ситтән тороп ҡала. 20‑се йй. илдә торама пункттарҙы Ҡ. әйләндереү т‑да ҡабул ителгән ҡануниәт һәм респ. ҡара металлургия м‑н төҫлө металлургияның тергеҙелеүе һәм үҫеше ҡала биләмәләре селтәренең киңәйеүенә килтерә. 1922 й. респ. составына Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө ҡҡ. м‑н Өфө губ. (Минзәлә өйәҙенән тыш) инә. Ҡала халҡы айырыуса 1939—70 йй. арта. Сәнәғәт үҫеше ҡала тибындағы ҡасабаларҙың күпселегенең Ҡ. әүерелеүенә (Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Сибай, Туймазы, Черниковск) һәм яңы Ҡ. барлыҡҡа килеүенә (Күмертау, Нефтекама, Салауат, Учалы) булышлыҡ итә. 1980—2010 йй. 4 Ҡ. барлыҡҡа килгән: Ағиҙел, Дүртөйлө, Межгорье, Яңауыл. Барлыҡҡа килеү ваҡыты б‑са Ҡ. боронғо, 17 б. уртаһына тиклемге (улар иҫәбенә Өфө инә), иҫке, 17— 19 бб. 2‑се ярт. барлыҡҡа килгән Ҡ. (Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡ.) бүленә. Республикала Ҡ. күпселеге яңы һәм йәш Ҡ. иҫәбенә инә. Яңы, 20 б. тиклем нигеҙ һалынған, әммә Ҡ. статусын 20 б. алғандар иҫәбенә Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Мәләүез ҡҡ. инә. Республиканың башҡа Ҡ. 20 б. барлыҡҡа килгән һәм йәш Ҡ. иҫәбендә йөрөй. Барлыҡҡа килеү сәбәбе б‑са Ҡ. ҡәлғә урынында барлыҡҡа килгәнгә — Өфө, адм.‑сауҙа үҙәге булараҡ хасил булғандарға — Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ – бүленә. Ҡайһы бер Ҡ. завод биләмәләре булараҡ төҙөлә – Баймаҡ, Белорет, Благовещен. Ҡ. күпселеге файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын үҙләштереү м‑н үҫешә — Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Туймазы, Учалы; тимер юл төҙөү м‑н – Дәүләкән, Яңауыл; башҡа сәбәптәр б‑са – Ағиҙел, Межгорье, Мәләүез, Салауат. Үтәгән функциялары б‑са Ҡ. бер нисә төркөмөн айырырға мөмкин. Өфө — адм.‑сәйәси, мәҙәни, сәнәғәт һәм фәнни үҙәк. Административ район үҙәктәре: Баймаҡ, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Яңауыл. Сәнәғәттең бер нисә тармағы булған сәнәғәт үҙәктәре: Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ. Тар махсуслашҡан сәнәғәт үҙәктәре: Ағиҙел, Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Сибай, Туймазы, Учалы. Халыҡ һаны б‑са Ҡ. йәшәүселәр 1 миллион һәм унан да күберәк булған миллионер; иң эре – 500— 999 мең кеше; эре – 250—499; ҙур – 100—249; урта – 50—99; бәләкәй – 50 мең кешенән әҙерәк Ҡ. бүленә. Республикала миллионер Ҡ. Өфө инә; эре Ҡ. — Стәрлетамаҡ; ҙур — Салауат, Нефтекама, Октябрьский; урта — Белорет, Ишембай, Туймазы, Күмертау, Мәләүез, Бәләбәй, Сибай; бәләкәй — Бөрө, Учалы, Благовещен, Дүртөйлө, Яңауыл, Дәүләкән, Межгорье, Ағиҙел, Баймаҡ (ҡара: табл.). 2010 й. 1 ғин. ҡарата БР Ҡ. 2418,5 мең кеше (бөтә халыҡтың 59,6%‑ы) йәшәй. Ҡ. респ. бөтә халҡының 97,8%‑ы йәшәй, шуларҙың 42,5% — Өфөлә, 11,0% — Стәрлетамаҡта, ҙур Ҡ. — 15,8%, урта – 18,7%, бәләкәйҙәрендә – 9,8% (ҡара: Ҡала һәм ауыл халҡы). Шулай уҡ ҡара: Урбанизация.

Әҙәб.: Иофа Л.Е. Города Урала. Ч.1. Феодальный период. М., 1951; Хисматов М.Ф. Территориальная организация производительных сил Башкирии и пути её совершенствования. Уфа, 1987; История Урала в период капитализма. М., 1990; Буканова Р.Г. Города и городское население Башкирии в XVI—XVII вв. Уфа, 1993.

Р.Ғ.Буканова, И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Башҡортостан ҡалалары халҡы һаны

Текст на русском языке