КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ТЕХНИК КОЛЛЕДЖЫ, 1985 й. Өфө авиация техникумы филиалы булараҡ асыла, 1989 й. алып Күмертау авиация техникумы, 2011 й. — хәҙ исеме м‑н ӨДАТУ‑ның Күмертау филиалы составында. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү, машиналар эшләү технологияһы, осоу аппараттары етештереү, иретеп йәбештереү производствоһы, мәғлүмәт системалары. Монтаж, слесарь һәм механик оҫтаханалары, китапханаһы, спорт комплексы бар. 2000—05 йй. Күгәрсен р‑ны Мораҡ а. филиалы эшләй. 3,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012). Колледж бинаһы алдында М.В.Ломоносовҡа һәйкәл ҡуйылған (1985).

О.И.Хәйерова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке