КҮМЕРТАУ АВИАЦИЯ ПРОИЗВОДСТВО ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, ААЙ. Граждан һәм хәрби вертолёттар, газ ҡорамалдары эшләп сығарыу; ер өҫтөндәге һәм осоусы составты уҡытыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Производство составында тимерлек‑преслау, ҡойоу, әҙерләү‑штамплау, механик йыйыу, иретеп йәбештереү, термогальваник, металл булмаған әйберҙәр, лак‑буяу, агрегат‑йыйыу, йыйыу производстволары, осоу‑транспорт, һынау, авиация техникаһын тикшереп тороу һәм төҙәтеү өсөн эксплуатация‑ремонт хеҙмәттәре һ.б. бар. 2011 й. 4294 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1953 й. “Башуглеразрезстрой” тресының үҙәк электр‑механик оҫтаханалары базаһында ремонт‑механика з‑ды булараҡ ойошторола (ҡорос, суйын һәм бронзанан ҡойоп яһалған әйберҙәр, ауыл хужалығы машиналарына запас частар, ағастан әйберҙәр һ.б. етештергән), 1962 й. алып Күмертау машиналар эшләү з‑ды, 1972 й. — Күмертау вертолёт з‑ды, 1975—91 йй. уның составына Гурьев механика з-ды (Гурьев ҡ., Ҡаҙағстан) филиалы ингән, 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2000 й. алып ФДУП, 2008 й. хәҙ. статусын ала. 1963 й. заводта авиация десанты сараларының айырым төрҙәрен, 1967 й. — Ка‑26 вертолётын, 1972 й. — пилотһыҙ техника, 1974 й. — М‑17 самолётын һәм ТУ‑154 самолёты ҡанатының өлөшөн, 1979 й. — Ка-27, Ка‑28, Ка‑29 вертолёттарын, 1984 й. — “Буран” программаһы б‑са йыһан техникаһы, 1986 й. — Ка‑32, 1998 й. — Ка‑226.50, 2000 й. — Ка‑31 вертолёттарын, 2006 й. үтә еңел вертолёттар һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар етештерә башлайҙар. Пр‑тие түбәндәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша: Рәсәй ҡоралдар күргәҙмәһе (Түб. Тагил, 2005), МАКС Мәскәү халыҡ‑ара авиация‑космос салоны (2001, 2003, 2005), LIMA Халыҡ‑ара аэрокосмос һәм диңгеҙ күргәҙмәһе (Лангкави утрауы, Малайзия, 2001), Корея аэрокосмос һәм оборона күргәҙмәһе (Сеул, 2001), Dubai Халыҡ‑ара аэрокосмос салоны (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, 2001). Пр‑тие м‑н А.С.Палатников, Н.Ғ.Тереғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке