АЛМАЛЫ, Ҡарасәй, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡарасәй й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 218 кеше; 1959 — 236; 1989 — 137; 2002 — 102; 2010 — 73 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1930 й. Маҡар районы Әрмет‑Рәхим һәм Көҙән аа. кешеләре нигеҙ һала. Революцияға (1917) тиклем был урында Стәрлетамаҡ алпауыты Борелдең алма баҡсалы дачаһы урынлашҡан, ауылдың исемендә шул сағылыш тапҡан.

Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018