ҠАЛҠЫУЛЫҠ, тирә‑яғындағы терр‑яларға ҡарата күтәренке, абс. бейеклеге 200 м ашыу булған ер өҫтө участкаһы. Төҙөлөшө б‑са тектоник характерҙа (йыйырсыҡлы), барлыҡҡа килеүе денудация (эрозия) м‑н аңлатыла. Ҡ. аныҡ ҡына битләүҙәре юҡ, рельефы йырғыланған, тигеҙ йәки убалы, ашалыуға дусар була. Башҡортостанда түбәндәге Ҡ. айырыла: Бөгөлмә‑Бәләбәй (абс. бейеклеге 420 м), Стәрлебаш‑Фёдоровка (479 м) һәм Дөйөм Һырттың көнсығыш өлөшө (408 м). Уларҙа, һыулы ҡатламдарҙың тәрән ятыуы, яуым‑төшөмдөң тиҙ ағып китеүе сәбәпле, һаҙлыҡтар юҡ; ҡоро яландар урынлашҡан. Ауыл хужалығы ерҙәре өҫтөнлөк итә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке