КҮЛЛӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 404; 1939 — 509; 1959 —255; 1989 — 116; 2002 — 195; 2010 й. — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. 27 йортта 99 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 231 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ҡалас бешереү булған. Ә.К.Аралбаева, Ф.Ғ.Ноғоманова ошо ауылда тыуған. 

Тәрж.  Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке