КУЗЕЕВ Энгил Мөрсәлим улы (29.8.1938, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1977). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың а.х. отличнигы (1977). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) 1966 й. тиклем Ауырғазы р‑нының “Алға” к‑зы баш агрономы булып эшләй. 1969—2002 йй. БНИИСХ‑ла: 1972 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1981 й. — лаб. мөдире, 2000 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре мал аҙығы һәм ҡауын‑ҡарбуз культураларының селекцияһына, уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. К. тарафынан могар (Башкирский, Бельский), ҡабаҡ (Уфимская) сорттары сығарыла, БР‑ҙың а.х. индерелгән ҡоролоҡҡа сыҙамлы мал аҙығы үләндәрен, мал аҙығы тамыраҙыҡтарын үҫтереүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ технологиялары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке