КУЗЕЕВ Рөстәм Ғүмәр улы [5.1.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 23.3.1998, Өфө], тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995). Тарих ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Рәил Ғ.Кузеевтың ағаһы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (1962) тамамлаған. 1949 й. алып “Кызыл таң” гәз. бүлек мөдире, 1951—55 йй. ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1962 й. — БДУ‑ның СССР тарихы каф. мөдире. 1971 й. башлап БДПИ‑ла эшләй (1983 й. тиклем ректор). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда эшселәр синыфының формалашыуы һәм үҫеүе мәсьәләләренә, вуздарҙа уҡытыу педагогикаһы һәм методикаһы проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) орд. м‑н бүләкләнгән. БДПУ‑ла Рөстәм Ғ.Кузеевтың кабинет-музейы асылған (2001), уның исемендәге стипендия булдырылған. Өфөлә К. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1998).

Хеҙм.: Формирование и развитие советского рабочего класса Башкирской АССР. В 2 ч. Ч.2. Уфа, 1975; Новые шаги Башкортостана: реформы и рабочий класс. Уфа, 1994; Великая Отечественная война и современность. Уфа, 1997.

Әҙәб.: Наука Жизни и Жизнь в науке: памяти профессора Рустема Гумеровича Кузеева. Уфа, 2003.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: Рөстәм Ғ.Кузеев

Текст на русском языке