АЛМАЗОВ Владимир Андреевич (27.5.1931, Тверь өлк. Русанов а. — 3.1.2001, С.‑Петербург), кардиолог. Рәсәй мед. ФА акад. (1995), БР ФА-ның почётлы акад. (1991). Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1969). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлаған (1954), 1971—97 йй. шунда уҡ факультет терапияһы каф. мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта 1980 й. алып РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының С.‑Петербург кардиология ҒТИ (2002 й. башлап В.А.Алмазов ис.) директоры, С.‑Петербургтың баш кардиологы. Фәнни хеҙмәттәре гипертония ауырыуын, йөрәк хәлһеҙлеген өйрәнеүгә арналған. А. тарафынан гипертония ауырыуы көсәйгәндә барорефлектор боҙолоуҙарҙың роле билдәләнә, йөрәктең ишемия ауырыуы ваҡытында йөрәк хәлһеҙлеге көсәйеү механизмы өйрәнелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Г.Ф.Ланг ис. С.‑Петербург кардиология йәмғиәте рәйесе (1982), С.‑Петербургтың Антигипертензия лигаһы президенты (1996). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Лейкопения. Л., 1981; Родоначальные кроветворные клетки человека. СПб., 1995; Антигипертензивные препараты. СПб., 1997.

Р.Ш.Мағазов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018