КИНЙӘКӘЕВ Әхтәм Рәхмәтулла улы (1.1.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Бүздәк а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Бүздәк а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1966), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) шунда уҡ эшләй (өлкән ғилми хеҙм‑р); 1955 й. алып ӨНИ‑лә; 1957 й. башлап Татарстан ҒТИ‑ның лаб. етәксеһе; 1965 й. — И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тының Татар киске ф‑ты (Әлмәт ҡ.) деканы, 1969 й. — Гомель ун‑тының геол. һәм гидрогеология каф. мөдире. 1973—2014 йй. БДУ‑ла (1988 й. тиклем геол. һәм геоморфология каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге палеозойҙың карбонат коллекторҙарын өйрәнеүгә бәйле. К. тарафынан скважиналарҙағы карбонат ҡатламдарҙы тикшереүҙең комплекслы ритмостратиграфик ысулы уйлап табыла, капиллярҙарҙа үҙгәреүсән гравитация ҡыры эффекттары билдәләнә һәм уның нефть, газ ятыштары барлыҡҡа килеүенә йоғонтоһо нигеҙләнә. К. ҡатнашлығында Башҡ‑н атом электростанцияһы, Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлөшөнә геоэкологик экспертиза үткәрелә, Асылыкүл тәбиғи паркын ойоштороу фәнни яҡтан нигеҙләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 2 Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Методы комплексного исследования нефтеносности карбонатных отложений. М., 1972; Эффекты переменного гравитационного поля в капиллярах. Уфа, 1997; Литостратиграфическая характеристика палеозоя платформенного Башкортостана в связи с перспективами открытия залежей углеводородов в карбонатных разрезах бездействующих скважин. Уфа, 2005.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Илл.: Ә.Р.Кинйәкәев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.