КӘШКӘЛӘҮ, Борай р‑нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 805 кеше; 1920 — 1078; 1939 — 706; 1959 — 633; 1989 — 409; 2002 — 323; 2010 — 271 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 18 йортта 130 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 512 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шулай уҡ тимерлек, ел тирмәне, 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Иҫке Кәшкәләү исеме м‑н иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. Яңы Кәшкәләү а. (20‑се йй. нигеҙләнгән) м‑н ҡушылған. Ә.З.Закиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке