КӘШӘФЕТДИН Шаһимәрҙән (1840—1910), яҙыусы‑мәғрифәтсе. Минзәлә башҡорто. Ырымбур губ. Турғай өлк. Троицк өйәҙендә уҡыта. Көнсығыш әҙәбиәте сюжеттарына яҙылған яҡынса 30 китап, ш. иҫ. “Ҡиссаи Жәмшид” (1889), “Ҡиссаи хикмәт”, “Ҡиссаи Хатәм Тай” (икеһе лә — 1897), “Ҡиссаи Нур батыр” (1898) һ.б. авторы. Ҡаҙаҡ фольклоры һәм ауыҙ‑тел әҙәбиәте өлгөләрен йыя, уларҙы “Акуал” (“Әйтелгән һүҙ-фекерҙәр”), “Макулат” (“Мәҡәл-әйтемдәр йыйынтығы”; икеһе лә — 1897), “Манзумат” (“Иғтибарға лайыҡ нәмә”; 1898) һ.б. китаптарында баҫтыра.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке