КРӘҪТИӘНДӘР, тәүтормош йәмғиәтенең тарҡалыуы (6—8 бб.) һәм шәхси хужалыҡтың бүленеп сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән соц. төркөм. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә К. — үҙҙәре етештереп, үҙ ғаиләһенең көсө м‑н шәхси хужалыҡ алып барған а.х. продукцияһы етештереүселәр, 20‑се б. 20—90‑сы йй. К. — етештереү сараларына уртаҡ эйә булған һәм коллектив хужалыҡ алып барған а.х. кооперативтары (башлыса производство кооперативтары) ағзалары берлеге (ҡара: Колхоз). Башҡортостанда К. формалашыуына колониялаштырыу һәм төбәктәге хужалыҡ үҫеше йоғонто яһай. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем халыҡтың төп шөғөлө малсылыҡ булған, игенселек таралыуы башҡорттар араһында яй барған. 19 б. күскенселек хәрәкәте һәм халыҡтың тәбиғи артыуы һөҙөмтәһендә төбәктә К. һаны ҡырҡа арта: 1800 й. бөтә халыҡ 707,6 мең кеше тәшкил итә, шуның 358,5 меңе төрлө категорияға ҡараған крәҫтиән була; 1858 й. — 2406,7 мең кеше, шуның 1344 меңе — крәҫтиән (3,6 тапҡырға артҡан). Крепостной хоҡуҡ һәм идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәндән һуң, К. бөтә категориялары ла (ҡара: Алпауыт крәҫтиәндәре, Батша һарайы крәҫтиәндәре, Ваҡытлыса бурыслы крәҫтиәндәр, Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәр, Иҡтисади крәҫтиәндәр, Посессион крәҫтиәндәр, Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, Удел крәҫтиәндәре, Яһаҡлы крәҫтиәндәр) ер биреү һәм крепостнойлыҡтан азат ителеү шарттарында айырымлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, бер үк соц.-иҡт. хәлдә тороп ҡалған. Ҡатлам б‑са башҡорттар аҫаба, аҙ ғына өлөшө керҙәш һаналған, төбәктең бөтә алпауыт һәм удел крәҫтиәндәренең яртыһын тәшкил иткән урыҫтар — дәүләт крәҫтиәндәре, татарҙар — башлыса керҙәш һәм дәүләт крәҫтиәндәре, мари, мордва, сыуаштар — дәүләт крәҫтиәндәре, белорус, украин, латыш, немец һ.б. күскенселәр булған. 20 б. башына К. Башҡортостан халҡының күпселек өлөшөн тәшкил иткән: крәҫтиән ҡатламына тау сәнәғәте ҡасабаларында һ.б. сәнәғәт торамаларында, т. юл ст. йәшәүселәр, ш. уҡ ҡала халҡының һиҙелерлек өлөшө ингән. Халыҡты аграр йүнәлешкә бороу болон һәм сабынлыҡтарҙы һөрөп ташлауға, урманды күпләп ҡырҡыуға килтергән. 1917 й. Минзәлә өйәҙендә — ерҙең 74%‑ы, Бәләбәй өйәҙендә — 69%‑ы, Бөрө өйәҙендә – 47%‑ы, Стәрлетамаҡ өйәҙендә – 45%‑ы, Өфө өйәҙендә – 41%‑ы, Златоуст өйәҙендә 32%‑ы һөрөлгән. Агротехника кимәле түбән булған. Ерҙе эшкәртеүҙең экстенсив системаһы өҫтөнлөк иткән, ашлама файҙаланылған өс баҫыулы сәсеү әйләнеше төбәктең төньяҡ-көнбайышында ғына ҡулланылған. Уңыш күпселек осраҡта тәбиғәт һәм климат шарттарына бәйле булған һәм ҡоро йылдарҙа, бигерәк тә 1891 й., 1898 й., 1901 й., 1906 й. һәм 1911 й., К. хәлен ныҡ насарайтҡан. 19 б. аҙ. һәм Столыпин аграр реформаһынан һуң Башҡортостанда К. соц. ҡатламдарға тарҡала. 1912—1913 йй. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губ. К. 5 төркөмө айырылып сыҡҡан: 1) ауыл пролетариаты (ер өлөшөнә эйә булмаған бер көнгә ялланып эшләүселәр һәм батрактар – 6,6%); 2) ярым пролетариат (4 дисәтинә сәсеүлеге булған хужалыҡтар — 42,4%); урта хәлле К. (4—10 дисәтинә ер биләгән — 35,4%); 4) етеш К. (10 дисәтинәнән ашыу ер — 7,7%); 5) кулактар (15 дисәтинәнән ашыу ер – 7,9%). Революциянан (1917) һуң Өфө һәм Ырымбур губ. шәхси ер биләүселек бөтөрөлә. Ерҙәр [бүленгән, купчий, йән башына бирелгән, ирекле ерҙәр, аҫаба башҡорттарҙың ерҙәре (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы), банк, ҡаҙна ерҙәре һ.б.] хеҙмәт йәки ҡулланыу нормаһы б‑са ҡайтанан бүленгән. Ауыл хужалығы ерҙәрен уртаса норма б‑са бүлеү ҡаралған: Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә ер бүлеме ирҙәргә һәм ҡатындарға 4,5 дисәтинәнән алып 5,3‑кә тиклем тәшкил иткән һәм бер хужалыҡҡа уртаса 1,4 дисәтинәгә артҡан. Ер майҙаны артыуға ҡарамаҫтан, К. етештереүсәнлеге ҡырҡа кәмегән. К. күбеһенең ауыл хужалығы ҡорамалы, малы һәм орлоғо булмауы арҡаһында, еренә сәсә лә, уны эшкәртә лә алмаған. 1918 й. майында илдә аҙыҡ-түлек диктатураһы иғлан ителә (ҡара: Хәрби коммунизм). “Артыҡ” икмәге булған һәм ҡара баҙарҙа икмәк һатҡан К. репрессияға дусар ителгән. 1919 й. ғин. аҙыҡ-түлек диктатураһы продразвёрсткаға алмаштырыла һәм К. аҙығының бер өлөшө, ш. иҫ. орлоғо, тартып алына. К. хеҙмәт һәм ылау йөкләмәләрен үтәгән. Һалымдар, һуғышҡа тиклемге осорға сағыштырғанда, 2 тапҡырға артҡан. Большевиктар алып барған сәйәсәт крәҫтиәндәрҙең күпләп күтәрелеүенә килтерә. 1918 й. март—апр. Бөрө өйәҙендә Борай ихтилалы, 1920 й. башында Минзәлә өйәҙендә “Ҡарағош яуы” башлана. К. күтәрелеше продразвёрстка бөтөрөлгәндән һуң кәмей. 1920 й. ҡоролоҡ һәм 1921 й. февр. аҙыҡ-түлек сәйәсәте һөҙөмтәһендә, Башҡортостанда аслыҡ башлана. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. халҡы — 22%‑ҡа, крәҫтиән хужалыҡтары дөйөм иҫәптән (82,9 мең) 16,5%‑ҡа аҙая. 1923–1928 йй. ҡаҡшаған хужалыҡтар аяҡҡа баҫтырыла: аграр секторҙа иҡт. үҫеш күҙәтелгән, уртаса хәллеләр артҡан. 1927 й. бөлгән хужалыҡтар — 33,7%, уртасалар — 59,3%, хәллеләр — 4,3%, кулак хужалыҡтары 2,7% тәшкил иткән. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу м‑н бергә хужалыҡтар күбәйгән һәм ауылда мәҙәни-ағартыу учреждениеларына дәүләт финанслауы артҡан. 1920–30 йй. ауылдарҙа күпләп мәктәптәр, наҙанлыҡты бөтөрөү пункттары, китапханалар, уҡыу өйҙәре, клубтар һ.б. мәғариф һәм мәҙәни учреждениелар асыла башлай. 1929 й. көҙөндә башланған коллективлаштырыу 1930 йй. 2‑се ярт. тамамлана. Бөтә крәҫтиән хужалыҡтары ла тиерлек колхоз һәм совхоздарға ҡушылған, ер һәм етештереүҙең төп саралары уртаҡ ителгән. Был осорҙа К. күпләп репрессиялана, 25,5 меңгә яҡын крәҫтиән хужалығы бөтөрөлә (ҡара: Кулактар, Сәйәси репрессиялар). 1932 й. 7 авг. ҮБК һәм СССР ХКС‑ы “Дәүләт предприятиелары, колхоздар һәм кооперативтарҙың мөлкәтен һаҡлау һәм дөйөм (социалистик) милекте нығытыу тураһында” ҡарарын (башаҡ т‑дағы закон) ҡабул итә. Законға ярашлы, уңыш йыйғандан һуң баҫыуҙа ҡалған башаҡты йыйыу бурлыҡ һаналған һәм енәйәт эше асыуға (хатта атыуға) нигеҙ булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда ҡатындар төп эшсе көс иҫәпләнгән. 1940 й. колхозда эшләгән ҡатын-ҡыҙ — 37%, 1943 й. — 62,5% тәшкил иткән. К. матди хәле ҡырҡа насарайған, һуғышҡа тиклемге осор м‑н сағыштырғанда, респ. К. һаны 320 мең кешегә ҡыҫҡарған. Һуғыштан һуңғы осорҙа колхозда элеккесә матди мәнфәғәткә түгел, ә крәҫтиәнде көсләп эшләтеүгә, колхоздарҙа ҡаты тәртипкә баҫым яһалған. Колхозсыларға аҙыҡ-түлек м‑н аванс биреү, колхоз ерҙәре иҫәбенә йорт янындағы ерҙе киңәйтеү, хеҙмәт көнөн тултырмау һ.б. тәртип боҙоуға һаналған. Һалым, түләүҙәр һәм крәҫтиәндең шәхси хужалығынан аҙыҡ тапшырыу нормаһы артҡан. 50‑се йй. колхозсының һалым түләүен еңеләйтеү өсөн бер нисә сара күрелгән: шәхси хужалыҡтан аҙыҡ-түлек тапшырыу бурысы һәм дәүләт займына көсләп яҙҙырыу бөтөрөлгән. 1964 й. колхоз ағзаларына пенсия һәм пособие түләү т‑да закон ҡабул ителә, 1966 й. айлыҡ эш хаҡы түләү ҡарала. Колхозсыларға паспорт биреү башлана (был уларҙы элекке ярым крепостнойлыҡ хәленән ҡотҡарған). 1960 йй. 2‑се ярт. а.х. дәүләт инвестицияһы арта: күпләп мал комплекстары, ҡош-ҡорт ф‑калары төҙөү башлана, колхоздарҙың матди-техник базаһы нығытыла. К. соц. тәьмин итеү яҡшыра: яңы мәктәптәр, мед. һәм мәҙәни учреждениелар төҙөлә, эш хаҡы күтәрелә. 1990 йй. башында баҙар иҡтисадына күскәндән һуң, ергә ҡарата дәүләт монополияһы бөтөрөлә (ҡара: Ер милке). Аграр өлкәлә реформа һөҙөмтәһендә, күп ҡатламлы иҡтисадҡа күсеү тормошҡа ашырыла, К. соц. структураһы үҙгәрә, хужалыҡтың төрлө формалары үҫешә [а.х. кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, АХПК, ширҡәттәр һ.б.]. 2010 й. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, республика халҡының 39,5%‑ы ауыл ерендә йәшәй. 2006 й. БР‑ҙа 4,5 меңгә яҡын фермер һәм 400‑ҙән ашыу шәхси эшҡыуар иҫәпләнгән, ярҙамсы ауыл хужалыҡтары тарафынан тулайым а.х. продукцияһының — 65%‑ы, а.х. пр-тиелары тарафынан — 30,6%‑ы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан 4,4%‑ы етештерелгән.

Р.Әәүләтшин, М.И.Роднов

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Текст на русском языке